Аннотация

Танылған шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Зөфәр Вәлиттең донъя, йәшәйеш, мөхәббәт темаларына яҙылған әҫәрҙәре моңло шишмәне хәтерләтә, күп кенә шиғырҙары композиторҙар тарафынан йырға һалынған. Әҙип замандаштарын тарихыбыҙға тоғро булырға, рухи тамырҙарҙы онотмаҫҡа өндәй.

Аннотация

Руслан Сөләймановның тәүге җыентыгына яшәү һәм үлем, мәхәббәт һәм нәфрәт, фанилык һәм мәңгелек турында ташкын-уйларын чагылдырган шигырь-ләре, кешелек рухиятенең чишмә башы булган авылларның юкка чыгуына ачынып, чаң сугып язылган поэмасы кертелде.

Аннотация

Фәнис Сирбаевтың тәүге китабына донъя, ваҡыт серҙәре тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙары, халҡым, телем, илем яҙмышы тип бөркөтләнеп саңҡыуҙары, тыуған ауыл, малай саҡтарҙы һағыныуҙары менән һуғарылған, йәшлек, мөхәббәт темаһы, хәҙистәргә таянып яҙылған әҫәрҙәре тупланды.

Аннотация

Резеда Шакирова бу китабында үз укучыларына хикәя, нәсер, очерк, хатирә һәм авыл мәҙәкләре кебек проза әсәрләрен тәкъдим итә. Аларның күбесе тормыштан алынган хәл-вакыйгаларга таянып язылган. Автор яшь аналарның кырыс сынаулар алдында сыгылып төшүләре, яңа туган сабыйларын ятимлеккә дучар итеп гомер буе михнәт кичерүләре турында бәян итә. Әсәрләрдә шулай ук ел фасыллары-на бәйле табигать күренешләре, еракта калган газиз балачакның моң-су хатирәләре, хатын-кыз бәхетенең асылы, Ватанга хыянәт итүнең ачы газаплары тасвирлана.

Аннотация

Билгеле журналист, Башкортстанның атказанган матбугат һәм киң-күләм мәгълүмат чаралары хеҙмәткәре, Шаһит Ходайбирдин исемендәге республика хөкүмәте премиясе лауреаты Рәдис Ногмановның бу китабына төрле елларда язылган мәкаләләре, сурәтләмәләре, әңгәмәләре, уйланулары, юлъяҙмалары кергән. Республика матбугатында дөнья күргән бу яҙмалар укучыларда һәрчак зур кызыксыну уятты.

Аннотация

Был йыйынтыҡ боронғо һәм хәҙерге заман башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәренән, халыҡ йырҙарынан, эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан, сәсәндәр ижадынан алынған Башҡортостан, башҡорттар, баш ҡалабыҙ Өфө, ил азатлығы, тыныслыҡ, милләт яҙмышы, туған телде һаҡлау, донъя, йәшәйеш, тәбиғәт, ғилем-һөнәр һ. б. тураһындағы афоризмдарҙан, тәрән мәғәнәле фекерҙәрҙән төҙөлдө. Төйәгебеҙҙең ғорурлығы – Урал тауы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ағиҙел йылғаһы, ҡурайға ла киң урын бирелде, мөхәббәт, ғаилә, әҙәп-әхлаҡ темалары ла ситләтеп үтелмәне. Китапҡа шулай уҡ башҡорттарҙың тормошон өйрәнгән рус һәм сит ил эшмәкәрҙәренең дә фекерҙәре индерелде.

Аннотация

Башкортстандагы татар прозасының үҫешенә багышланган мәкаләләре аша яшь галимә Альбина Хәлиуллинаның исеме күпләребезгә таныш. Ә бу җыентыгында исә ул үзенең укучыларына лирик шигырьләрен тәкъдим итә. Тормыш мәгьнәсе турындагы фәлсәфи уйланулар, мәхәббәт утында яну, табыш-югалту, сөенечкөенеч хисләре чагылдырыла аның әсәрләрендә.

Аннотация

Үҫмер осорҙа һәр кемдең күңелендә ил, ер, планетала барған төрлө хәл-ваҡиғаларға, ерҙә йәшәү мәғәнәһенә, егет һәм ҡыҙ араһындағы һөйөү хистәренә ҡарата төрлө уй-фекерҙәр йәшәй. Шиғыр, поэмаларҙағы лирик герой бына шул ҡапма-ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй, ерҙә кәрәкле кеше, шәхес булып йәшәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҙ итергә икәнен самалай. Был китап мәктәп уҡыусыларына, ата-әсәләргә, тәрбиәсе, уҡытыусыларға бик файҙалы буласаҡ.

Аннотация

Лилиә һаҡмар Башҡортостанда шағирә булараҡ билдәле. Был уның драма әҫәрҙәре, хикәйәләре, поэмалары, рус һәм төрөк теленән шиғри тәржемәләре, балалар өсөн ижад ителгән шиғырҙары, сценарийҙары тупланған китабы. Әҫәрҙәрҙең ба-рыһында ла тәрбиәүи тәрән фекер халыҡсан, ихлас, образлы телдә асыла. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр серле донъяға әйҙәһә, юмористик хикәйәләре уйланырға мәжбүр итә. Был китап мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, китапханасы, уҡытыусы, тәрбиәселәр өсөн дә тематик кисә, тәрбиәүи саралар уҙғарыуҙа файҙалы ҡулланма буласаҡ.

Аннотация

«Мөхәббәт – ул тормош, тормош – ул мөхәббәт» ти француз халыҡ мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға. Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.