ТОП просматриваемых книг сайта:
Китап
Все книги издательства КитапАннотация
Йәш ижадсының тәүге йыйынтығына мөхәббәт, милли рух менән һуғарылған фәлсәфәүи, хисле лирикаһы, йырҙары тупланды.
Аннотация
Ләйсән Мараҡанованың тәүге китабына йәшлек, мөхәббәт, ғаилә темаларына арналған хикәйәләре тупланды.
Аннотация
Авторҙың был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған повесть һәм хикәйәләре индерелде. «Кешелеккә тоғролоҡ», «Инстинкт…» кеүек әҫәрҙәре матбуғатта баҫылғанда уҡ уҡыусылар араһында оло шаңдау уятты. Яҙыусының әҫәрҙәре композицион йыйнаҡлығы, сюжет тығыҙлығы, күтәрелгән проблемаларҙың масштаблығы һәм тәрәнлеге менән башҡорт әҙәбиәте тарихында яңы бит аса. Әҫәрҙәр уҡыуға еңел һәм ябай кеүек тойолһа ла, бик етди, ҡатмарлы фәлсәфәүи мәсьәләләрҙе күтәрә.
Аннотация
Әкиәттә изгелеккә яуызлыҡ менән яуап биреүҙең нимәгә килтереүе һүрәтләнә. В сказке говорится о том, что случается, когда на добро отвечают злом.
Аннотация
Салауат Әбүзәрҙең һутлы тел, сағыу образдар менән туҡылған шиғырҙары, поэмалары күңел елкәндәренә өргән ел кеүек ҡағыла: берсә наҙлап ҡына һыйпап үтә, берсә ғәйрәтле дауылдарға әйләнеп, моң даръяһына ташлай.
Аннотация
Китапҡа авторҙың драматургия тигән мөғжизәле донъяға аяҡ баҫҡан мәлендә яҙылған тәүге әҫәрҙәре тупланды. Уларҙың бер нисәһе республика театрҙары сәхнәһендә ҡуйылып, тамашасы һөйөүен яуларға ла өлгөрҙө.
Аннотация
«Тауҙарҙа тыуған елдәр» – Фәиз Харрасовтың икенсе китабы. Йәш яҙыусы үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарай. Автор үҙенсәлекле, лирик стилдә яҙа, укымлы хикәйәләй, поэтик фәлсәфә лә һиҙемләнә. Әҫәрҙәре заманса тематиканан ғибәрәт, һәр береһе тормоштоң ҡырҡыу проблемаһын күтәреп сыға.
Аннотация
Миңлегөл Тайсинаның тәүге китабына ингән шиғырҙарының төп темаһы – тыуған яҡ матурлығы, тәбиғәттең төрлө мәлдәре, кеше күңеле, кисерештәре, мөхәббәт тойғолары. Әсәлек хистәре, әсәгә, балаға ҡарата сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған йыйынтыҡ күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ.
Аннотация
Автор «тигеҙ түгел алышта» ғәҙеллек даулаусы булып сығыш яһай. Тормош лабиринтында аҙашып, шәхси яҡтылығына юл эҙләй. Халҡы исеменән, уның менталитетына һәм холҡона таянып, бөгөнгө йәшәйеш мәсьәләләренә ҡарашын белдерә. Кешеләрҙә рухи эңерҙең оҙаҡҡа һуҙылыуын тойоп, йөрәктәрҙе яҙ кәйефе менән тулыландырырға ашыға.
Аннотация
«Тәмле Яңы йыл» – авторҙың икенсе китабы. Балалар матбуғатында тәжрибә туплаған әҙибәнең хикәйәләре, әкиәттәре бик мауыҡтырғыс: улар уҡыусыны ҡыҙыҡлы, мажаралы ваҡиғалары, тел байлығы менән йәлеп итә. Кыҫҡа ғына әҫәрҙәргә күп мәғлүмәт һалыныуы ла Зөлфиә Кускилдинаның ижадына мәртәбә өҫтәй.