ТОП просматриваемых книг сайта:
издательство «Китап»
Все книги издательства издательство «Китап»Аннотация
Арҙаҡлы шағир, прозаик, публицист һөм ғалим-энциклопедист Рәшит Шәкүрҙең «һайланма әҫәрҙәр» енең 1 томына шиғырҙары, йырҙары, шиғри хикәйәттәре, ҡиссалары, поэмалары, «Ынйы бөртөктәре» тигән исем аҫтында афористик ижад өлгөләре, шулай уҡ, айырым бүлек итеп, шағирҙың ижады хаҡында ҡәләмдәштәренең мәҡәләләренән өҙөктәр һәм уға арналған шиғырҙар индерелде.
Аннотация
Һеҙ ҡулға алған йыйынтыҡ – Рәйлә Сабитованың икенсе китабы. Уның әҫәрҙәрендә хәҙерге заман һулышы, халыҡтың аҡылы, уйланыуҙары тығыҙ рәүештә үрелеп бара. Авторҙың стиленә диалект һүҙҙәр, неологизмдар хас булыуы менән уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы.
Аннотация
Был йыйынтыҡҡа ауыр, ҡатмарлы осорҙа йәшәгән замандашыбыҙҙың кисерештәре, шәхес булып үҫеүе, тыуған еренә, туған теленә, милләт яҙмышына булған улдарса мөнәсәбәте сағыла. Лирик геройҙың төп һыҙаты – үҙен, башҡортлоғон эҙләү һәм табыу.
Аннотация
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Абдулхаҡ Игебаевтың «Әҫәрҙәр» енә поэмалары, ҡобайырҙары, бағышлауҙары индерелде.
Аннотация
В сборнике «Моя ли жизнь?..» представлены стихи Эвиты Гайнет о родном крае, матери, любимом городе, любви, вере и о Боге. В ее стихах отражается жизнь со всей ее переменчивостью и исходом. Темы, поднятые автором, понятны и близки каждому из нас. Читатель найдет в ее стихах отражение своей души, переживаний, размышлений и после прочтения сборника спросит себя: «Моя ли жизнь?» Ведь автор пишет о себе и в то же время и обо всех нас – искренне и с любовью. Возможно, именно этим она покоряет сердца людей.
Аннотация
Был йыйынтыҡҡа күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге Республика Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың төрлө йылдарҙа ижад иткән повесть һәм хикәйәләре тупланған. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә замандаштарыбыҙҙы борсоған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе күтәрә. Яҙыусы, ҡайһы ваҡытты тасуирлаһа ла, замана һулышын зирәк аҡылы, һиҙгер йөрәге менән нескә тойомлап, сағыу буяуҙар менән уҡыусы күңеленә еткерә.
Аннотация
Илебеҙҙең ғорурлығы, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, олуғ шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап нәшер ителгән был китапҡа мәшһүр әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, поэмалары тупланды. Уның шиғри аманатының ни тиклем ҡыйыу, тормошсан, тәрән йөкмәткеле булғанын йылдан-йыл нығыраҡ аңлайбыҙ.
Аннотация
Автор романда 1930-1955 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы тасуирлай. Ике ғаилә яҙмышында Тыуған илдәренән алыҫ Себергә, Ҡаҙағстанға ҡыуылған ватандаштар фажиғәһе сағылдырыла, уларҙың Себерҙә күргән михнәттәре, ғазаптары, тайга халҡының да йәшәйеше тәьҫирле һүрәтләнә.
Аннотация
Һоҡланғыс башҡорт яҙыусыһы Зарема Әхмәтйәнова шиғриәт, проза, балалар әҙәбиәте әлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләне, күркәм мираҫ ҡалдырҙы. Тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән ошо йыйынтыҡта талантлы әҙибәбеҙҙең һайланма әҫәрҙәре тупланды.
Аннотация
Шағирҙың был китабы егерменсе быуат аҙағында һәм яңы быуат башында ижад иткән, ҡош юлындай ике быуатты бәйләп торған шиғри гәүһәрҙәренән хасил булды. Авторҙың заман һулышы, ил, халыҡ, кеше, ер яҙмышы тураһында уйланыуҙары, йәшәйеште, мөхәббәтте данлаған шиғырҙары урын алды. Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.