Аннотация

Шағирҙың был китабы егерменсе быуат аҙағында һәм яңы быуат башында ижад иткән, ҡош юлындай ике быуатты бәйләп торған шиғри гәүһәрҙәренән хасил булды. Авторҙың заман һулышы, ил, халыҡ, кеше, ер яҙмышы тураһында уйланыуҙары, йәшәйеште, мөхәббәтте данлаған шиғырҙары урын алды. Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.