Аннотация

Үҫмер осорҙа һәр кемдең күңелендә ил, ер, планетала барған төрлө хәл-ваҡиғаларға, ерҙә йәшәү мәғәнәһенә, егет һәм ҡыҙ араһындағы һөйөү хистәренә ҡарата төрлө уй-фекерҙәр йәшәй. Шиғыр, поэмаларҙағы лирик герой бына шул ҡапма-ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй, ерҙә кәрәкле кеше, шәхес булып йәшәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҙ итергә икәнен самалай. Был китап мәктәп уҡыусыларына, ата-әсәләргә, тәрбиәсе, уҡытыусыларға бик файҙалы буласаҡ.

Аннотация

Лилиә һаҡмар Башҡортостанда шағирә булараҡ билдәле. Был уның драма әҫәрҙәре, хикәйәләре, поэмалары, рус һәм төрөк теленән шиғри тәржемәләре, балалар өсөн ижад ителгән шиғырҙары, сценарийҙары тупланған китабы. Әҫәрҙәрҙең ба-рыһында ла тәрбиәүи тәрән фекер халыҡсан, ихлас, образлы телдә асыла. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр серле донъяға әйҙәһә, юмористик хикәйәләре уйланырға мәжбүр итә. Был китап мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, китапханасы, уҡытыусы, тәрбиәселәр өсөн дә тематик кисә, тәрбиәүи саралар уҙғарыуҙа файҙалы ҡулланма буласаҡ.